Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОТАНИК-ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 344

БОТАНИК-ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, үҫемлектәр донъяһын зоналарға бүлеүгә нигеҙләнгән ер өҫтөнөң терр. бүленеше. Төбәктең үҫемлектәр составы зональ (ҡояш радиацияһының киңлек бүленеше), азональ (диңгеҙ кимәленән бейеклеге, тау тоҡомдары составы, йылғалар, диңгеҙҙәр, океандар тәьҫире) һәм антропоген факторҙар йоғонтоһо, ш. уҡ үҫемлектәр япмаһының (уға флора составы бәйле) үҫеш тарихы м‑н билдәләнә. Б.‑г.р. берәмеге булып зона, ярым зона, округ, район һәм ярым район тора. Б.‑г.р. үткәреү өсөн ялан ботаник һәм геоботаник тикшеренеү, аэроһәм йыһандан фотоға төшөрөү материалдары, физик геогр. һәм тупраҡ карталары ҡулланыла. 1941 й. И.М.Крашенинников һәм С.Е.Кучеровская-Рожанец тәүге тапҡыр респ. терр‑яһын Б.‑г.р. үткәрә. Иң тулы Б.‑г.р. 60‑сы йй. П.П.Жудова башҡара, ул 6 зона (Ағиҙел й. үҙәнен айырым берәмек булараҡ индереп), 23 округ һәм 44 районды айырып күрһәтә. Ғалимдарҙың, ш. иҫ. Биология институты хеҙм‑рҙәренең (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов), тикшеренеү һөҙөмтәләре б‑са П.Л.Горчаковский Башҡортостандың Б.‑г.р. картосхемаһын төҙөй, ул “Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1988) китабын төҙөгәндә ҡулланыла.

А.И.Соломещ

Тәрж. Г.А.Миһранова

БОТАНИК-ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019