Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУҒАБАШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 256

БУҒАБАШ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Михайловка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Бөгә й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 388; 1939 — 795; 1959 — 559; 1989 — 162; 2002 — 191; 2010 — 185 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә сыуаштар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1896 й. 43 йортта 285 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры (1917 й. тиклем булған), грамота мәктәбе, тимерлек теркәлгән. В.И.Утин, П.А.Шеин ошо ауылда тыуған.

К.П.Юзикеева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019