Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 342

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1080; 1939 — 1017; 1959 — 790; 1989 — 630; 2002 — 672; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Бишауыл‑Уңғар урта мәктәбе, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1681 й. Нуғай даруғаһы Бишул-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бишауыл/ Бишул (этнонимдан, ҡара: “Бишул”) исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. уртаһынан ауыл кешеләренең береһе исеме м‑н Уңғар тип тә йөрөтөлгән. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. Уңғарҙа 75 йортта 361 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 677 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 мәктәп, 4 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Р.С.Искәндәров, Р.З.Низамов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019