Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны үҙәге

Просмотров: 375

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып), Бишбүләк а/ с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 230 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 1,5; 1939 — 2,7; 1959 — 2,8; 1989 — 5,0; 2002 — 6,4; 2010 — 6,4. Сыуаштар, татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Бишбүләк урта мәктәбе №1), балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, балалар ижады үҙәге, үҫмерҙәр клубы, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (7 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), балалар китапханаһы, Бишбүләк музейы, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1767 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1640 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Исеме Бишбүләк (биш; бүләк — урман участкаһы, бүлеп бирелгән ер) урыны атамаһынан алынған. 1770 й. бында ш. уҡ шарттарҙа сыуаштарҙың яңы төркөмө килеп урынлаша. 1795 й. 30 йортта 245 кеше йәшәгән, 1865 й. 160 йортта — 780 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, тегенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1863 й. төҙөлгән), училище, 8 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, 2 класлы сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. В.В.Борисова, П.И.Миронов, В.А.Михеев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019