Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУСАРГИН Николай Матвеевич

Просмотров: 409

БУСАРГИН Николай Матвеевич (11.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Покровка а. — 26.7.1990, Нальчик), Советтар Союзы Геройы (1946). Майор (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын тамамлаған (Солнечногорск ҡ., 1958). 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июленән Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш, Төньяҡ Кавказ һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армия 252‑се уҡсылар див. 932‑се уҡсылар полкының уҡсылар ротаһы ком. лейт. Б. 1945 й. 29 мартында Дунай й. аша сыҡҡанда һәм 30 мартта Комарно ҡ. (Чехословакия) өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1959) Нальчик электровакуум з‑дында эшләй. Ленин (1946), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945, 1954) орд. м‑н бүләкләнгән. Нальчикта Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Золотые Звёзды Кабардино‑Балкарии. Нальчик, 1984.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019