Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫРҒАЗЫ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 267

АУЫРҒАЗЫ МУЗЕЙЫ. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урынлашҡан. 1987 й. йәмәғәт башланғысында Ауырғазы тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 3,7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге бар. Экспонаттар араһында — татар һәм сыуаш кейеме коллекцияһы, сыуаш балалар милли кейеме, фотодокументтар, райондан сыҡҡан билдәле кешеләр Б.М.Ғайсин, И.М.Ғәзиев, Ғ.Ғ.Ибраһимов, Р.С.Назаров, Ф.А.Нәҙершина һ.б. т‑да материалдар. 4 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, Бөйөк Ватан һуғышы, район тарихы бүлектәренән тора. Райондың флораһы һәм фаунаһы, Б.В. һуғышының Корсунь‑Шевченковский операцияһына арналған диорамалар, башҡорттарҙың 19 б. торлаҡ интерьеры бар.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019