ДӘҮЛӘДИ Ғәлим Абдулла улы
ДӘҮЛӘДИ (Дәүләтов) Ғәлим Абдулла улы [9.4.1936, БАССР‑ҙың Йомағужа Йомағужа р‑ны Сергеевка а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 15.4.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). БДУ‑ны (1960), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1977) тамамлаған. 1960—75 йй. һәм 1977 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәтендә эшләй. 1979—82 йй. һәм 1988—89 йй. БАССР‑ҙың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант. 1985 й. башлап Башҡ. дәүләт филармонияһында әҙәби бүлек мөдире, 1989—90 йй. БАССР‑ҙың Яҙыусылар союзында нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры. “Ташлытау — матур тау” исемле тәүге китабы 1964 й. сыға. Әҫәрҙәрендә Д. тыуған яҡтың матурлығына дан йырлай, ауыл тормошон сағыу һүрәтләй. “Алыҫ Көнсығыш дәфтәренән” (1984) шиғырҙар циклы, “Осрашыуҙың яҡты минуттары” (1986) шиғри йыйынтығы, “Нөгөш буйы малайҙары” повесы авторы. Д. әҫәрҙәре урыҫ, немец, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. А.Л.Барто, Б.С.Житков, В.А.Жуковский, Я.Ухсай һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. С.Чекмарёв (1987), Б.Рафиҡов (2005) ис. пр. лауреаты.
Ә ҫ ә р ҙ.: Матурлыҡ ғазабы: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1996; Өҙөлгән япраҡтар: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2002; Буду как мама: стихи. М., 1984.
Р.З.Низамов
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов