Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЛУХОВСКОЙ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында

Просмотров: 321

ГЛУХОВСКОЙ ШИФАХАНАҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында, Максим Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Глуховская т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 252 кеше; 1959 — 550; 1989 — 621; 2002 — 634; 2010 — 657 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1892 й. Бәләбәй өйәҙендә эшҡыуар И.П.Коньшиндың “Урыҫ Швейцарияһы” хосуси ҡымыҙ дауаханаһының бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. Коньшин ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына (9 йортта 40 кеше йәшәгән). Бакалея кибете булған. 1925 й. 2 йорт күрһәтелгән. 30‑сы йй. алып В.В.Воровский ис. шифахана ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019