Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ТАҘЛАР, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 300

ИҪКЕ ТАҘЛАР, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Кизгән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 743 кеше; 1920 — 900; 1939 — 759; 1959 — 622; 1989 — 329; 2002 — 252; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Таҙлар урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. алып Таҙлар исеме м‑н билдәле. Яңы Таҙлар бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Һуңыраҡ керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) төпләнә. 1795 й. 30 йортта 174 кеше йәшәгән, 1865 й. 95 йортта — 582 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 училище булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019