Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СӘЙЕТ, Ишембай р-нындағы ауыл

Просмотров: 341

ИҪКЕ СӘЙЕТ, Ишембай р-нындағы ауыл, Ҡолғона а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 100 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 96 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 438; 1939 — 303; 1959 — 297; 1989 — 189; 2002 — 179; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡолғона урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Гәрәй‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәйет (тәүге төпләнеүсенең исеме, уның улдары йорт сотнигы Йәлембәт, Ильяс, Әлибай, Исмәғил Сәйетовтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 24 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 302 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа һәм алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 19 б. уртаһында Яңы Сәйет бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019