Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БАҒАҘЫ, Ҡариҙел р-нындағы ауыл

Просмотров: 333

ИҪКЕ БАҒАҘЫ, Ҡариҙел р-нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь өлкәһе) К. табан 120 км алыҫлыҡта Бағаҙы й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 475 кеше; 1920 — 592; 1939 — 641; 1959 — 429; 1989 — 465; 2002 — 472; 2010 — 496 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һыу‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1708 й.) Бағаҙы исеме м‑н билдәле. 1795 й. 4 йортта 48 кеше йәшәгән, 1865 й. 79 йортта — 474 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, почта станцияһы, 3 һыу тирмәне булған. 19 б. уртаһында Яңы Бағаҙы бүлендек ауылы (хәҙ. Асҡын р‑ны) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Шулай уҡ Үрге Бағаҙы булараҡ теркәлгән. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019