Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠҺАҠ ТИМЕР

Просмотров: 630

АҠҺАҠ ТИМЕР, Тамерлан, Тимур [8.4.1336, Шәһрисәбез (Кеш) ҡ. янында — 19.1.1405, Отрар ҡ., Сәмәрҡәнд ҡ. ерләнгән], Урта Азияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Аҡһаҡ Тимер нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Барлас ҡәбиләһе башлығы Тарағайҙың улы. 1361 й. алып Моғолстандың Ҡашҡадаръя вилайәтенә етәкселек итә. Балх һәм Сәмәрҡәнд хакимы Хөсәйен м‑н берләшеп, Сығатай ханы Тоғлуҡ Тимер һәм уның улы Ильясҡа ҡаршы көрәшә, 1366 й. сәрбәҙәрҙәр ихтилалын баҫтыра. Һуңыраҡ Хөсәйен м‑н һуғыш алып бара. 1370 й. Бактрияла (Балх) Мәүереннаһр әмире тип иғлан ителә. 1360‑сы йй. башлап Моғолстан, Иран, Кавказ аръяғы, Хәрәзм, Һиндостан, Төркиә, Ҡытай һ.б. Азия илдәренә яу м‑н бара. 1387 й. алып үҙенең кешеһе Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш м‑н көрәшә. 1389 й., 1391 й., 1394—95 йй. походтарҙа Алтын Урҙа ғәскәрҙәрен ҡыйрата. 1391 й. һуғышта А.Т. ғәскәрҙәре Башҡортостан далаларын бөлдөрә, Тубыл (Иртыш й. ҡушылдығы), Яйыҡ, Һамар (Волга й. ҡушылдығы), Оло Эйек (Һаҡмар й. ҡушылдығы) йй. аша үтә, 18 июндә Ҡондорса й. (Суҡ й. ҡушылдығы) янындағы яуҙа Туҡтамыш ғәскәрен тар‑мар итә. 1405 й. табан А.Т. Үҙәк Азияның баҫып алған көнбайыш өлөшөн Тимуриҙар дәүләтенә берләштерә. Ҡытайға поход ваҡытында ауырыуҙан вафат була. А.Т. “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Иҙеге” эпостарында һәм башҡ. фольклорының башҡа әҫәрҙәрендә телгә алына.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.10. Исторический эпос. Уфа, 1999; Миргалеев И.М. Войны Токтамыш-хана с Аксак Тимуром. Казань, 2003; Ру Ж.‑П. Тамерлан. М., 2004.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019