Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВ Святослав Несторович

Просмотров: 469

ИВАНОВ Святослав Несторович (3.2.1911, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.10.2003, Екатеринбург ҡ.), геолог. СССР ФА‑һы ағза‑корр. (1970), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1948), проф. (1953). Урал тау ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1932). Фәнни хеҙмәттәре металлогения, петрология, тау тоҡомдары реологияһы, тектоника проблемаларына арналған. И. тарафынан ер ҡабығының вертикаль гидродинамик зоналығы, йәшел ташлы метаморфизмдың тәбиғәте б‑са тауҙарҙан йәш булыуы нигеҙләнә, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының вулканоген-ултырма сығышы һәм уларҙың тупланыу үҙенсәлектәре т‑дағы күҙаллауҙар үҫтерелә. Литосфера плиталары тектоникаһы нигеҙендә Урал һ.б. йыйырсыҡлы өлкәләрҙең тәрәндәге төҙөлөшө һәм геологик үҫеш тарихы концепцияһы авторҙашы. Уның ҡатнашлығында формацион-геодинамика нигеҙендә Уралдың тектоник картаһы төҙөлә. И. етәкс. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы асыла һәм разведкалана, Баймаҡ баҡыр мәғдәне районының перспективалары нигеҙләнә. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1949), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2003). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1975), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Святославит минералына И. исеме бирелгән.

Хеҙм.: Опыт изучения геологии и минералогии колчеданных месторождений Урала. Свердловск, 1947; Формирование земной коры Урала. М., 1986 (авторҙ.).

Әҙәб.: К 100‑летию Святослава Несторовича Иванова //Литосфера. 2011. №1.

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Илл.: С.Н.Иванов портреты

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019