Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Дмитриевич

Просмотров: 655

ВАКУЛЬСКИЙ Александр Дмитриевич (1.1.1949, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), дирижёр. Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1975; Д.Ф.Ерёмин, С.Я.Левин класы). 1969—75 йй. Ленинград филармонияһының симфоник оркестры солист‑кларнетсыһы, бер үк ваҡытта 1974 й. алып камера оркестры дирижёры. 1976 й. башлап Нидерландта йәшәй һәм эшләй. Урыҫ дирижёрлыҡ мәктәбе традицияларын дауам итеүсе. В. классик һәм заманса әҫәрҙәренең интерпретациялары нескә стилистика, яңыса ҡараш м‑н айырылып тора. АҠШ, Германия, Испания, Италия, Финляндия, Франция, Швецияның төп оркестрҙары м‑н сығыш яһай. 1994—2005 йй. йыл һайын РФ‑тың Е.Светланов ис. дәүләт акад. симфоник оркестры (Мәскәү), С.‑Петербург филармонияһының Акад. симфоник оркестры м‑н концерттар үткәрә һәм яҙмалар эшләй. 1998 й. В. Милли симфоник оркестр м‑н ижади хеҙмәттәшлек булдыра. Өфөлә В. етәкс. И.Брамс, С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский симфониялары башҡарыла. Халыҡ-ара дирижёрҙар конкурсы (Хилверсюм ҡ., Нидерланд, 1971) лауреаты.

О.Я.Старикова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019