Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЛИНСКАЯ

Просмотров: 353

ИГЛИНСКАЯ, тәкә һаҡалы сорты. 20 б. аҙ. М.М.Аҡсурин (БР ФА‑ның Умартасылыҡ селекцияһы үҙәге), Ғ.Ҡ.Зарипова (БНИИСХ) тарафынан Умартасылыҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) һәм В.Р.Вильямс ис. Бөтә Рәсәй мал аҙығы ҒТИ‑ның (Лобня‑5 ҡ.) сорт өлгөләренән оҙайлы күп тапҡыр һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағы 80—155 см бейеклектә, төҙ, тармаҡлы. Япраҡлылығы 36—38%. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет рәүешендә, төклө, бөтөн ситле, урталағылары һәм өҫкөләре тар уҡ рәүешендә. Сәскәһе ике енесле, һары. Сәскәлеге — өсәрле (ҡатмарлы) тәлгәш. Емеше — бер орлоҡло һалынҡы яланғас ҡуҙаҡ, 10—18 мм оҙонлоҡта. Орлоғо эллипс рәүешендә, һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 5,8—6,8 г. Һалҡынға сыҙамлы сорт, яҙын һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Баллы үҫемлек (бал биреүсәнлеге 70,2—95,2 кг/га). Йәшел конвейер системаһында үҫтереү, сенаж һәм силос әҙерләү өсөн тәҡдим ителгән. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 365, бесән — 66,7, орлоҡ — 5,2; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 19,8% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1998—2002). РФ б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, урман‑дала ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019