Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ ПАРТСЪЕЗД ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

Просмотров: 703

ЕГЕРМЕ ИКЕНСЕ ПАРТСЪЕЗД ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Илеш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баҙытамаҡ ауылы. Составы: 3 һөтсөлөк һәм һыйыр малын һимертеү фермалары, йылҡ‑ҡ фермаһы һ.б. 2009 й. 148 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 6046 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 3960 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 32,4, кукуруз (йәшел масса) — 310, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 32; етештерелгән (т): иген — 6600, кукуруз — 7016, күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 664. Һыйыр малы һаны — 1656 баш (ш. иҫ. 720 һыйыр), йылҡы — 77; бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3353 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 576 г; етештерелгән (т): һөт — 1676, ит — 165. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1947 й. М.В.Фрунзе ис. к‑з булараҡ нигеҙ һалына, 1962 й. алып хәҙ. исемен, 2006 й. башлап хәҙ. статусын йөрөтә. Хужалыҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1967). АХПК м‑н Ү.Н.Зәйнәшев (1949—79), Х.М.Мөҡсимов (1979—87), Р.Ү.Зәйнәшев (1989— 2010), И.Ф.Сафин (2010 й. алып) эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019