Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИКЕНСЕЛ ПОЛИМЕР СЕЙМАЛ

Просмотров: 350

ИКЕНСЕЛ ПОЛИМЕР СЕЙМАЛ, махсус технологик эшкәртеү үткән һәм полимер материалдарҙы, составында резина булған изделиеларҙы, ҡайһы бер төҙөлөш материалдарын (бетон, битумдарҙы һ.б.), киң ҡулланыу тауарҙарын һ.б. етештереүҙә сеймал сифатында файҙаланылған сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары; икенсел ресурстарҙың бер төрө. Махсус эшкәртеү технологияһы эсенә материалдың төрөнә һәм уның файҙаланылғанда туҙыу дәрәжәһенә ҡарап ваҡлау, таҙартыу, полимер һәм полимер булмаған өлөштәргә (мәҫ., минераль тултырғыстарҙы, туҡымаларҙы, ҡағыҙҙы алып ташлау), полимер өлөштәрен полимерҙарҙың төрө б‑са бүлеү, девулканизациялау, химик реагенттар м‑н эшкәртеү һ.б. инә. Полимер ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башлана. Башлыса беренсел полимер материалдарға өҫтәмә, тултырыусы һәм бәйләүсе матдә сифатында, ҡайһы осраҡта төп сеймал итеп тә файҙаланыла. Төп сеймалға өҫтәмә сифатында полипропилен (мәҫ., “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда), полистирол (“Газпром нефтехим Салават”), линолеум һәм полиэтилен (“Авангард”) етештереү ҡалдыҡтары, һыуланған каучук партиялары (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, “Каучук”) һ.б. ҡулланыла. 90‑сы йй. уртаһынан БР пр‑тиеларында И.п.с. итеп 50%‑тан ашыу полимер, 100% термопласт ҡалдыҡтары файҙаланыла. Полистирол етештереү ҡалдыҡтары РФ төбәктәре (Орск ҡ.) һәм яҡын сит ил (Беларусь Респ.) пр‑тиеларына оҙатыла. Республикала И.п.с. йыйыу һәм эшкәртеү (йылына 400 т) б‑са иң ҙур пр‑тиеларҙың береһе булып Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы иҫәпләнә, унда И.п.с. нигеҙендә тротуар плиткаһы өсөн формалар, үрсетмә өсөн һауыттар, бөкөләр һәм бүлеү тартмалары, төрлө диаметрҙағы ҡалын полиэтилен торбалар һ.б. етештерелә. “Искра” ЯСЙ‑нда (Октябрьский ҡ.) И.п.с. биҙрә, гөл көршәктәре һ.б. әйберҙәр сығарыла (йылына 60 т яҡын); “Туймазыполимерстрой” ЯСЙ‑нда теплицаларҙа файҙаланылған полиэтилен плёнка ҡалдыҡтары, “ЭНТИ” ҒПП‑нда (Өфө) туҙған автомобиль покрышкалары һәм шиндары эшкәртелә. “Бөрө‑1” ПМК‑һында полимерҡом плиткалар, черепица етештерелә (проект б‑са ҡеүәте йылына 90 мең м2). 90‑сы йй. БДУ‑ла дисперслы икенсел полимерҙар алыу һәм ҡулланыу (К.С.Минскер), Нефть техник университетында туҙған шиндарҙы эшкәртеү технологияларын эшләү (М.Ә.Ғәлләмов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019