Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы

Просмотров: 311

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы [23.12.1914 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 15.12.1914), Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ишем а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 2.8.1964, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Баймырҙа а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Лейт. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полтава пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). Мишкә р‑нының “Восток” к‑зында эшләгән. 1936—38 йй. һәм 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. апр. башлап 3‑сө Белоруссия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армияның 54‑се уҡсылар корпусы 126‑сы уҡсылар див. 550‑се уҡсылар полкының уҡсылар взводы ком. кесе лейт. И. 1945 й. 7—8 апр. Кёнигсберг ҡ. өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) тыуған ауылында эшләй. Ленин (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Мишкә а. урамға И. исеме бирелгән, Баймырҙала — һәйкәл, Ишемдә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019