Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл

Просмотров: 362

ИМАНҒОЛ 1‑се, Ырымбур өлкәһе Октябрь р‑нындағы ауыл, Иманғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Октябрь т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 799 кеше; 1917 – 1045; 2002 – 432; 2010 – 459 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1747 й. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Иманғол исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 60 йортта 360 кеше йәшәгән, 1866 й. 134 йортта – 1080 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 19 б. 2‑се ярт., Иманғол 2‑се бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен йөрөтә. 1900 й. мәсет, мәктәп, училище теркәлгән. 1‑се И. 1‑се башҡ. кантонының үҙәге булған (1855), 1919 й. — Ете ырыу кантонының адм. үҙәге. М.М.Бикбов, Ә.Р.Иҫәнсурин, В.Ғ.Мортазин‑Иманский, Б.Ә.Шәфиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019