Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОСОП АРЫҠОВ

Просмотров: 598

ЙОСОП АРЫҠОВ, башҡорт ихтилалдары (173540) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы. Батыр. Мулла. Бәпәнәй Төрөпбирҙин м‑н берлектә Себер даруғаһындағы ихтилалды етәкләй. 1735 й. авг. Й.А. һәм Байрас Йәнырыҫов отрядтары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша, Тинес биҫтәһенән Ырымбур ҡ. йүнәлгән аҙыҡ-түлек ылауына һөжүм итә; 1736 й. 12 ғин. полк. Арсеньев етәкселек иткән Себер драгун полкын ҡыйрата, ҡәлғәне баҫып ала. 1736 й. ғин.—февр. Төлкөсура Алдағолов м‑н берлектә А.И.Тәвкилев һәм полк. П.Мартаков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Окт. башында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Ҡыҙылташ ҡәлғәһенә В.Н.Татищевҡа килә, ҡулға алына. Екатеринбург һәм Минзәлә ҡҡ. тотола. 1738 й. С.‑Петербургҡа ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.02.2023