Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЙӘШЕЛ САУҠАЛЫҠ”, шифахана

Просмотров: 439

“ЙӘШЕЛ САУҠАЛЫҠ”, шифахана. Өфөлә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1936 й. “Өфө” профсоюз ял йорто булараҡ асыла, 1966 й. алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Й.с.” шифаханаһы, 2005 й. — ДУП. Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, нервы, аш һеңдереү һәм һөйәк‑мускулдар системалары, тире һәм гинекологик ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 510 урынға иҫәпләнгән (2011). Төп дауалау факторҙары: климат, “Нурлы” минераль һыуы, ванна өсөн көкөртлө водород һыуы. Бальнеотерапия, диетотерапия, дауалау физкультураһы, физиотерапия, галотерапия, фитотерапия ҡулланыла. “Һаулыҡ йорто—2010” Бөтә Рәсәй форумында “Ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу буйынса иң яҡшы шифахана” номинацияһында алтын миҙалға лайыҡ була.

 

Әҙәб.: Загидуллин Ш.З., Исхаков Р.М. Комплексное лечение и реабилитация больных в условиях бальнеологического санатория “Зелёная роща”. Уфа, 1999.

Л.Т.Ғилметдинова

Тәрж. М.М. Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019