Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ СОВЕТЫ

Просмотров: 560

ЙӘМӘҒӘТ ИМЕНЛЕГЕ СОВЕТЫ, БР Башлығы тарафынан кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен, БР‑ҙың иҡт. һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлау, уның терр‑яһында законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре б‑са вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн булдырылған конституцион орган. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, федераль һәм респ. закондарына, РФ‑тың һәм БР‑ҙың башҡа норматив хоҡуҡи акттарына ярашлы эш итә. БР Президентының 1994 й. 5 апр. Указы м‑н Башҡортостан Республикаһының Именлек советы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып БР‑ҙың Ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советы. Й.и.с. составына рәйес, секретарь һ.б. инә. Й.и.с. секретары һәм ағзалары БР Башлығы тарафынан тәғәйенләнә. Кварталға кәм тигәндә 1 тапҡыр ултырыш үткәрелә. Й.и.с. БР‑ҙа йәмәғәт именлеген тәьмин итеү стратегияһын эшләүҙе; башҡарма власть органдарының йәмәғәт именлеге өлкәһендәге эшмәкәрлеген координациялауҙы; респ. маҡсатлы программаларын әҙерләүҙе ойоштороу, БР Башлығына Башҡортостанда йәмәғәт именлегенә янаған хәүефтәрҙе асыҡлау һәм булдырмау б‑са ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Рәйестәре: М.Ғ.Рәхимов (1994 й. алып), Р.З.Хәмитов (2010 й. алып), Р.Ф.Хәбиров (2018 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на башкирском языке

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019