Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМА, йылға

Просмотров: 443

КАМА, Сулман Иҙел, Иҙел, йылға, Волга й. һул ҡушылдығы. Үрге Кама ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә Удмурт Респ. Кулига а. эргәһендә башлана. Киров өлк. буйлап көньяҡтан төньяҡҡа, Порыш һәм Пильва йй. тамаҡтары араһынан көнбайыштан көнсығышҡа, артабан Пермь крайы буйлап көньяҡҡа, БР һәм Удмурт Респ. сиктәре буйлап көньяҡ-көнбайышҡа табан, түбәнге ағымында ТР буйлап аға. Волга й. (тамағынан 1804 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 1805 км, басс. майҙаны 507 мең км2. БР‑ҙа оҙонлоғо 36 км. Был арауыҡта ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 62,6%‑ы яҙғы (апр.—май), 28,3%‑ы йәйге‑көҙгө (июль—нояб.), 9,1%‑ы ҡышҡы (дек.— март) осорҙарға тура килә. Ағиҙел й. тамағынан өҫтәрәк уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1660 м3/с. Басс. рельефы тигеҙлек, үҙәне тәпәш эрозиялы‑аккумулятив киртләсле, неоген балсыҡтарынан, ҡомдарынан, ҡырсынташтарынан тора. Ландшафы урман һоро тупрағындағы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы һаҙлы болондарҙан, һыубаҫар һәм һаҙ тупрағындағы ҡыуаҡлыҡтарҙан тора. БР терр‑яһында ҡушылдыҡтары: Беүә, Ҡайынлыҡ, Ағиҙел, Ыҡ (бөтәһе лә — һул).

В.А.Балков, В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019