КИРӘЕВ Салауат Ғаяз улы
341
КИРӘЕВ Салауат Ғаяз улы (18.2.1955, Ишембай ҡ. — 6.4.2001, Өфө), цирк артисы, һыбайлы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1975). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1994 й. тиклем Рәсәй дәүләт цирк компанияһында эшләй (Мәскәү; 1973—90 йй. Башҡ. цирк коллективы составында), 1996—98 йй. “Аҡбуҙат” ипподромының (Өфө) ат спорты мәктәбе тренеры. “Башҡортостан егеттәре” номерында ҡатнашыусы. “Емельян Пугачёв” к/ф Салауат Юлаев ролен башҡара (“Мосфильм” к/ст, 1978). Рәсәй һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була.
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: