Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРБОНИЛЛЕ БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 332

КАРБОНИЛЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында карбонил төркөмө С=О булған органик һәм органик булмаған берләшмәләр. Органик булмаған К.б. углерод оксидын һәм диоксидын, карбонаттарҙы һ.б. индерәләр. Карбонил төркөмө м‑н бәйле алыштырыусыларҙың төрөнә ҡарап органик К.б. альдегидтарға (R—CH=O, бында R=H, Alk, Ar һ.б.), кетондарға [RC(O)R", бында R һәм R" тап килергә мөмкин], карбон кислоталарына һәм уларҙың функциональ сығарылмаларына бүләләр. К.б. реакцияға инеү һәләте юғары: ароматик ҡулсаларҙа нуклеофил ҡушылыу, электрофил урын алыштырыу, галогенлаштырыу, альдолле һәм кротонлы конденсация реакцияларына инәләр, протонлы һәм апротонлы к‑талар м‑н тәьҫир итешәләр. Башҡортостанда ацетон (“Уфаоргсинтез” ААЙ), метилэтилкетон, мочевина (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ) етештереү үҙләштерелгән. Углеводородтарҙы окисландырыу, спирттарҙы оксосинтезлау, дегидрирлау йәки окисландырылған дегидрирлау юлы м‑н алалар. Ацетофенонды — фенол һәм ацетонды кумол ысулы м‑н етештереүҙең эйәрсән продукты — сығарыу өсөн сеймал базаһы бар. Төп һәм нескә органик синтез өсөн ярымпродукттар, эреткестәр, дарыу препараттары һ.б. сифатында ҡулланалар. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның Өфө филиалында метальдегид алыу технологияһы эшләнә (ҡара: Инсектицидтар). 70—80‑се йй. Химия ин‑тында, ӨНИ‑лә һәм БДУ‑ла үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙә нефтехимия сеймалынан алынған альдегидтар һәм кетондар файҙаланыла. Химия ин‑тында бутадиен һәм изопрен олигомерҙарын озонлап алынған кетоальдегидтар нигеҙендә бөжәктәрҙең ювеноидтары һәм феромондары (Р.И.Ғәлиева, Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков, В.Р.Әхмәтова һ.б.), простагландиндар һәм уларҙың аналогтары (Ф.А.Вәлиев, М.С.Мифтахов, Г.А.Толстиков һ.б.), пиретроидтар һәм инсектицидтар (Ф.З.Ғәлин, Ф.З.Маҡаев, Толстиков һ.б.) синтезлана. Органик химия ин‑ты “Иммунопрепарат” пр‑тиеһы м‑н берлектә 2,4‑дигидрокси‑5‑формил‑1-циклопентилацетальдегид нигеҙендә эстуфалан ветеринария препаратын сығара (Вәлиев, Н.С.Востриков, Мифтахов, Толстиков һ.б.). 90‑сы йй. башында ӨНИ‑лә һәм БДУ‑ла алыуы ауыр булған урын алыштырылған диоксандар һәм тетрагидрофурандарҙы синтезлауҙа формальдегид һ.б. альдегидтарҙың алкендар м‑н реакцияһын (Принс реакцияһы) файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (М.Ғ.Сәфәров, Р.Ф.Талипов һ.б.).

 И.Б.Абдрахманов, Ф.А.Ғималова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019