Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРНЕЕВА Александра Яковлевна

Просмотров: 322

КОРНЕЕВА Александра Яковлевна (16.4.1915, Мәскәү — 2.10.1989, Өфө), ҡурсаҡ театры актрисаһы. БАССР- ҙың атҡ. артисы (1969). 1947—70 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Музыкаль һәләте, һығылмалылығы, ҡурсаҡтар м‑н эш итеүҙең төрлө техникаһына эйә булыуы уға 1950—60 йй. Ҡурсаҡ театрының төп актрисаларының береһе булырға мөмкинлек бирә: Төлкө (“Йәшел төлкө” — “Зелёная лисица”, Ю.Страхов), Айыу балаһы (“Шуҡ айыу балалары” — “Весёлые медвежата”, М.Поливанова), Дашенька (“Һыуыҡ бабай” — “Морозко”, М.Шуринова), Пашка (“Пашканың ҡойроғо” — “Пашкин хвост”, Л.Гарабин) һ.б.

Ф.Ә.Әлибаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019