КРАСНОУСОЛ БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ
КРАСНОУСОЛ БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Ғафури р‑нында, Аҡкүл т. юл ст. 40 км һәм Красноусол а. Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1957 й. асыла. Терәк‑хәрәкәт, аш һеңдереү, нервы системалары һәм тире ауырыуҙары булған 7—14 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 270 урынға иҫәпләнгән, шуларҙың 40‑ы балалар м‑н ата‑әсәләр өсөн (2012). Төп дауалау факторҙары: климат, Красноусол хлор‑натрийлы көкөрт‑водородлы минераль һыуы, карбонат‑силикатлы ләм. Бальнеотерапия, ләм м‑н дауалау, диетотерапия, физиотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы һ.б. ҡулланыла.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Илл.: Красноусол балалар шифаханаһы. Төп корпус.