Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл

Просмотров: 361

КРЕПОСТНОЙ ЙЫЛАЙЫР, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Сибай т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 128 кеше; 1939 — 366; 1959 — 1345; 1989 — 183; 2002 — 169; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй. Төп мәктәп (Ишбирҙе урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1755 й. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусында Йылайыр ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. — Йылайыр казак отряды (52 йортта 367 кеше йәшәгән; сиркәү булған), 1900 й. Йылайыр утары булараҡ иҫәпкә алынған. 1925 й. Йылайыр утарында 9 йорт теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. А.М.Баскаков ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019