КРИВОШЕИН Василий Иванович
КРИВОШЕИН Василий Иванович [17.2.1925, БАССР‑ҙың Иглин кантоны Охлебинин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 21.8.2007, Өфө], тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1967), СССР‑ҙың спорт мастеры (1952). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1961). “Искра” (Өфө; тренеры В.Г.Ромашковцев), “Буревестник” ДСО‑лары (Мәскәү; тренеры Д.П.Ионов) тәрбиәләнеүсеһе. РСФСР чемпионаттарының (1955 й. — 5000 һәм 10000 м йүгереүҙә; 1957 й. — 5000 м) көмөш призёры, СССР чемпионаттарының (1952 й. — 10000 м йүгереүҙә; 1953 й. — 5000 м) бронза призёры. Еңел атлетика б‑са 1950—52 йй. “Искра” ДСО‑һы (Өфө), 1957 й. алып Ленинград өлкә советының “Динамо” ФСО‑һы тренеры, 1961—2005 йй. БДУ‑ла эшләй (1968—85 йй. — физик тәрбиә каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1961—86 йй. БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1962—67 йй. — РСФСР йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 5 СССР спорт мастеры. БАССР‑ҙың Еңел атлетика федерацияһы рәйесе (1961—86). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).
Тәрж. М.Н.Моратшина