Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗЬМИНЫХ Александр Андреевич

Просмотров: 341

КУЗЬМИНЫХ Александр Андреевич (24.1.1944, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Һынны а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны, — 18.5.2009, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) Силәбе тимерлек-преслау з‑дында эшләй. 1968 й. алып ӨДАТУ‑ла (2000—03 йй. баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү өсөн оҙаҡ хеҙмәт иткән инструменттар уйлап табыуға арналған. К. тарафынан күп валлы һалҡын прокатлау стандары өсөн валдар, ныҡлығы юғары булған ҡатмарлы профилле беркетеү изделиелары алыу өсөн тиҙ ҡырҡыусы ҡоростарҙан күләмле һалҡын штамплауҙың ҡушма матрицалары өҫтәмәләре, торбалар етештереү өсөн дорндар конструкциялары нигеҙҙәре һәм яһау технологиялары һ.б. эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

Т.Ф.Северинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019