Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫПСАҠ-АСҠАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 809

ҠЫПСАҠ-АСҠАР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ‑Асҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1020 кеше; 1920 — 1165; 1939 — 859; 1959 — 827; 1989 — 772; 2002 — 749; 2010 — 656 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Әхирәттәр” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы Асҡар а. башҡорттары нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1664 й. алып билдәле). 1795 й. 42 йортта 335 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемендә) 150 йортта — 1041 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ғ.Б.Абыҙгилдина, Ғ.А.Арыҫланов, М.Ғ.Хәйруллина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019