Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, күл

Просмотров: 383

ҠАРАБАЛЫҠТЫ, Урал й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. эргәһендә Башҡортостандың Урал аръяғының урта өлөшөндә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км2, уртаса оҙонлоғо 2,1 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 3,5 м (макс. — 6 м), һыу күләме 9,1 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 18,3 км2. Тектоник күл, ирәндек свитаһының, ҡарамалыташ свитаһының, олотау свитаһының, йылайыр свитаһының вулканоген, вулканоген‑ултырма һәм ултырма тоҡомдары (базальт, андезит‑базальт һәм уларҙың туфтары, лавобрекчия, туфит, риодацит, туфлы ҡомташ, кремнийлы һәүерташ) таралған һыҙатта урынлашҡан, соҡоро түңәрәк, төбө сапропель м‑н ҡапланған. Тымыҡ күл. Һыу кимәленең күп йыллыҡ тирбәлеүе 1,0—1,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы. Төньяҡ‑көнсығыш ярҙары һөҙәк, төньяҡ‑көнбайыш, көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайышы — текә. Күл эргәһендәге ландшафы ҡайын, һирәк ҡарағай урмандарынан тора. Яр буйҙарын болонло далалар биләй. Күлдә ҡарабалыҡ, сабаҡ, табан балыҡ, тәгәрлек, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019