Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАҒАЙЛЫ, күл

Просмотров: 324

ҠАРАҒАЙЛЫ, Урал й. басс. күл. Учалы ҡ. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,8 км2, оҙонлоғо 24 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,2 м (макс. — 4,0 м), һыу күләме 12,0 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 22,0 км2. Тектоник күл, аҫҡы һәм урта девондың ирәндек свитаһы тоҡомдарында (базальттар, андезибазальттар, туфлы ҡомташтар, туффиттар) барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ; төбө һөҙәк, мәтеле, сапропель м‑н ҡапланған, көнсығыш өлөшөндә улаҡтары бар. Тымыҡ күл. Һыу кимәленең уртаса күп йыллыҡ тирбәлеүе 1,0—1,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Күл эвтрофлы; үтәләй туңыусан. Ярҙары һөҙәк, төньяҡ һәм көньяҡ- көнбайышта ҡалҡыулыҡҡа күсә. Ландшафы ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора. Яр буйҙарында күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, тар япраҡлы екән, көньяҡ ҡамышы һ.б. үҫә. Күлдә табан балыҡ, суртан һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019