Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАШМАУ

Просмотров: 450

ҠАШМАУ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының башлыҡтың артҡы яғына оҙон, тар ҡойроҡ ҡуйып, торҡа рәүешендә тегелгән традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Арҡалығын һәм түбәһен буҫтауҙан, ҡыҙыл төҫтәге киндерҙән, кейеҙ йәки буҫтау эслек ҡуйып, өҫтөн көмөш тәңкә, мәрйен, төрлө төҫтәге сәйлән м‑н биҙәп, теккәндәр. Баш үлсәменә самалап эшләнгән түбәһендә тишек була, уның тирәләй бер- бер артлы мәрйен йәки сәйлән, эре йәки ваҡ тәңкә, арҡыры теҙелгән мәрйендән селтәр һәм йөҙҙө уратып, яурындарға төшөп торған ваҡ тәңкәләр тегелгән. Түбәһе шулай уҡ тәңкә, мәрйен ҡуйып эшләнгән сулпылар (сикә һәм елкә тапҡырында, ш. уҡ ҡабырға һәм елкә яҡлап тегелгән), аҡыҡлы ҙур суҡ (маңлайса, маңлайсуҡ; баш осона беркетелә, ҡайһы саҡ маңлайға тиклем төшөп торған, һаҡлағыс булыуы ихтимал) м‑н биҙәлгән. Арҡалығына мәрйен м‑н төрлө төҫтәге ромбтар, өсмөйөштәр, квадраттар, һыҙаттар сигелгән (ҡара: Сигеү), мәрүәт төймәләр, ҡа‑ бырсаҡтар һәм суҡтар ҡуйылған. Ҡ. таҫтар, һарауыс йәки яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр, бәй, ҡаптырма м‑н беркеткәндәр. Байрамда, туйҙа йәки йола башҡарғанда кейгәндәр. Ҡалымға ингән, ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. башлыса 1—2 балаһы тыуғас кейә алған.

Башҡортостандың көньяҡ һәм үҙәк райондарында таралған була. Ҡ. оҡшаш баш кейеме татарҙарҙа, сыуаштарҙа осраған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019