Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОҒОМАНОВ Барый

Просмотров: 554

НОҒОМАНОВ Барый (Борис Миңлеғәлим улы; 8.4.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1979). БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. һәм 1966—67 йй. “Башҡортостан пионеры” гәз. хеҙм‑ре, 1962—66 йй. Бүздәк, Иглин, Ауырғазы р‑ндарында уҡыта, 1967—97 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты, “Ағиҙел” ж., Башҡ‑н китап нәшриәте, “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре. “Йылбабай һәм сәғәттәр” исемле тәүге китабы 1971 й. сыға. “Дәүер шаңдауҙары” (2001) йыйынтығына ингән повестары 20 б. 2‑се ярт. фажиғәле хәл‑ваҡиғаларға арналған: “Маяҡ” Силәбе ПБ‑ндағы авариялар, Чечнялағы һуғыш һ.б. “Етегән йондоҙ” (1982), “Минең яҙым” (1991), “Өйөрмәле елдәр” (1995) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” (1980), “Аҡ сәскәле аҡлан” (1999) һ.б. китаптар авторы. И.Мырҙаҡаев-Балапанов (2004), Ф.Кәрим (2013) ис. пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йәшен тубы: роман, повестар, хикәйәләр. Өфө, 2006; Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем. Өфө, 2011; Бәхетең һинең ҡулдарҙа= Счастье в твоих руках. Өфө, 2013.  

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019