Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ТАТАР УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

Просмотров: 399

ӨФӨ ТАТАР УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. Татар уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (1872) ярашлы башҡорттар м‑н татарҙар араһынан урыҫ‑татар һәм урыҫ‑башҡорт халыҡ училищелары өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсаты м‑н асыла.__ 1877 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө губерна земствоһы аҡсаһына тотола. Министрлыҡ мәктәптәрен тамамлаған һәм инеү имтихандарын тапшырған, 15 йәше тулған бөтә ҡатлам үҫмер егеттәр ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (ярлылар ҡаҙна, земство аҡсаһына тотола); уҡытыусылар семинариялары программаһы б‑са урыҫ телендә алып барыла, ш. уҡ мосолман дин ғилеме, татар теле уҡытыла. Уҡыу курсы 4 йыл тәшкил итә. Пед. практиканы ойошторор өсөн мәктәп ҡарамағында башланғыс училище асыла. Мәктәпте тамамлаусылар унда эшләгән осраҡта хәрби хеҙмәттән һәм натуралата йөкләмәләрҙән азат ителә; 12 йыл эшләгәндән һуң шәхси почётлы граждан исеме бирелә. 125‑тән ашыу башланғыс училище уҡытыусыһы әҙерләнә, улар араһында Ш.Й.Мәхмүтов, Л.К.Әбделғәзизов. Уҡытыусылар мәктәбе м‑н А.Г.Бессонов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1890 й. мәктәп ябыла. Бинаһы һәм мөлкәте Орск‑Ырымбур ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбенә тапшырыла. Инспекторы — У.Й.Сайынов (1872 й. алып).

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006; Е н и к е е в А.А. Русско-башкирская начальная школа в дореволюционной Башкирии. Уфа, 2006.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019