Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАСС‑СПЕКТРОМЕТРИЯ

Просмотров: 380

МАСС‑СПЕКТРОМЕТРИЯ, м а с с - с п е к т р о с к о п и я, м а с с ‑ с п е к т р а л ь а н а л и з, матдәләрҙе массаның зарядҡа сағыштырмаһы һәм тикшерелә торған матдә ионлашҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән йәки өйрәнелә торған ҡатнашмала булған иондарҙың сағыштырмаса һанын билдәләү юлы м‑н тикшереү һәм анализлау ысулы. М.‑с. иондарҙың заряд билдәһе (ыңғай йәки кире), ионлашыу алымы (электрондарҙың бәрелешеүе, химик, ҡыр, фото‑, термик, пиролитик, осҡонло йәки быҫҡыусы разряд м‑н, икенсел ион эмиссияһы, лазер десорбцияһы һ.б.) б‑са айыралар. Иондарҙың массаның зарядҡа сағыштырмаһының дәүмәле б‑са бүленеүе, бүленгән иондар тогының бүленеүе масс‑спектрометрҙарҙа (барлыҡҡа килгән иондар массаһы спектрын электр ысулдары м‑н теркәү) йәки масс‑спектрографтарҙа (спектрҙы фотопластинкаларҙа теркәү) башҡарыла. Хроматографты (ҡара: Хроматографик анализ ысулдары) масс‑спектрометр м‑н берләштергәндә хромато‑масс- спектрҙар алына. Масс‑спектрҙар — һәр бер химик элемент өсөн үҙенсәлекле булған молекулалар йәки фрагменттар иондарының һыҙыҡтар йыйылмаһы, уларҙың урынлашыуы б‑са (иондар тогының максимумдарына ярашлы) массаның зарядҡа сағыштырмаһын (сифат б‑са анализ), интенсивлығы б‑са (ярашлы ион тогының дәүмәле б‑са) — башта алынған шәлкемдә иондарҙың булыуын сағыштырмаса билдәләйҙәр (һанса анализ). Уларҙы эшкәртеү һәм интерпретациялау масс‑спектрҙар китапханаһы (70 меңдән ашыу органик берләшмәләрҙең спектрҙары бар) һәм ЭВМ__ ярҙамында үткәрелә. Илдәге масс- спектрометрҙар матдәләрҙең изотоп (МИ серияһы) һәм химик составын (МХ серияһы) тикшереү, структураһын анализлау өсөн (МС серияһы) сығарыла. М.‑с. ҙур аныҡлыҡ м‑н иондарҙың массаһын билдәләү, физик-химик процестарҙы өйрәнеү, тау тоҡомдарының абсолют йәшен билдәләү өсөн, ш. уҡ мед., ядро техникаһында, металлургияла, экологияла, криминалистикала һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһынан Геология институтында М.А.Гаррис етәкс. М.‑с. геол. ҡатламдарҙың абсолют йәшен билдәләү өсөн ҡулланғандар (ҡара: Геохронология). 1960 й. алып СССР ФА БФ‑та В.И.Хвостенко етәкс. кире иондарҙың М.‑с. өлкәһендә электрондарҙы резонанслы эләктереп алыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Өс үлсәмле масс‑спектрҙар — билдәле иондар массаһы барлыҡҡа килеү эффективлығының эләктереп алыныусы электрондарҙың энергияһына бәйле график һүрәтләнеш йыйылмаһы алына. 60‑сы йй. уртаһынан Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда Ф.Г.Унгер етәкс. нефттәрҙе һәм уларҙың дистилляттарын, ш. иҫ. бензиндарҙы һәм кәрәсин‑газойль фракцияларын, төплө өйрәнеү б‑са М.‑с. ҡулланыу эштәре ойошторола. Химия ин‑тында һәм Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда ыңғай иондарҙың М.‑с. нефттәрҙең, ш. иҫ. нефттең көкөрторганик берләшмәләренең (Н.К.Ляпина, Э.А.Круглов, Ю.Н.Попов), структур‑төркөм составын тикшереү өсөн файҙаланылған. Органик химия ин‑тында, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында М.‑с. электрондарҙың молекулалар тарафынан эләктереп алыныу механизмын, органик, металорганик берләшмәләрҙән һәм атом кластерҙарынан, ш. иҫ. фуллерендарҙан (М.В.Мөфтәхов, Р.Ф.Туҡтаров, И.И.Фурлей, О.Г.Хвостенко, Н.Л.Әсфәндиәров), барлыҡҡа килгән күп атомлы өлөшсәләрҙең структур, термохимик һәм кинетик параметрҙарын билдәләү, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында, Органик химия ин‑тында — үҫемлектәрҙән һәм хайуандарҙан алынған (У.М.Джемилев, В.Н.Одиноков, М.С.Юнысов) биол. актив берләшмәләрҙе идентификациялау өсөн, Экология үҙәгендә, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идараһында, “Уфаводоканал” пр‑тиеһында — һауа, һыу мөхиттәрендә һәм тупраҡтарҙа (М.Ю.Вождаева, Круглов, В.И. Сафарова) экотоксиканттар, ш. иҫ. диоксиндар, булыуын билдәләгәндә ҡулланыла. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында фуллерендарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын (Джемилев, А.Р.Туҡтаров) идентификациялау өсөн ш. уҡ. ыңғай һәм кире иондарҙы (Л.М.Хәлилов, В.М.Яныбин) ваҡыт үткәс детекторлаусы (MALDI‑TOF/TOF ысулы) матрица‑индукциялы М.‑с. ҡулланалар.

Әҙәб.: Х в о с т е н к о В.И. Масс‑спектрометрия отрицательных ионов в органической химии. М., 1981; Л е б е д е в А.Т. Масс‑спектрометрия в органической химии. М., 2003. 

 

В.А.Мазунов, Р.В.Хатымов, Л.М.Хәлилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019