Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКИТИН ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ

Просмотров: 357

НИКИТИН ЯЛАНҒАСЛЫҠТАРЫ, аҡбур һәм палеоген ултырмаларынан тора, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. уң ярында урынлашҡан. Н.я. — дөйөм ҡалынлығы яҡынса 9 м булған аҡбур һәм палеоген ултырмаларының сиге буйындағы төп геол. киҫелеш. Маастрихт ярусының яҙыу аҡбурынан, палеоцендың һәм эоцендың ҡомташтарынан, опокаларынан, балсыҡтарынан, окисланған сидериттарынан тора. Палеоген тоҡомдары составында тимер гидроокиселдары, пирит бар. Диатом ылымыҡтар табылған. Н.я. тәүге тапҡыр Г.В.Вахрушев тарафынан тасуирлана (1940), О.С.Адрианова (1950), В.Л.Яхимович (1958) тарафынан тикшерелә.

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019