Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НОРҠАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 468

НОРҠАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Кендекле й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 459 кеше; 1920 — 429; 1939 — 420; 1959 — 355; 1989 — 143; 2002 — 143; 2010 — 132 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1801 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 44 йортта 269 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.  

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019