Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЯДА

Просмотров: 438

НАЯДА (Najas), наяда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 4—5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртасанан алып экваториаль бүлкәтенә тиклем таралған. Башҡортостанда диңгеҙ Н. үҫә. Тулыһынса һыу аҫтында үҫкән бер йыллыҡ ике өйлө ҡаты үлән. Һабағы тармаҡлы, мурт, сәнскеле, аҫҡы төйөндәрендә тамырланыусан, оҙонлоғо 10—60 см. Япраҡтары һеңерсәһеҙ, ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, киң ҡыяҡлы, йомро еңсәләр м‑н, ситтәренән уйымлы‑эре киртләсле, таҡыяларҙа 3‑әрләп йыйылған. Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, һабаҡ бо‑ таҡтарының төбөндә урынлашҡан: ата сәскәләр — бер һеркәс һәм көпшәле сәскә эргәлеге, инә сәскәләр — емешлек м‑н, сәскә эргәлеге юҡ. Июль—авг. сәскә ата, һыу аҫтында һеркәләнә. Емеше — төшлө емеш, авг.—сент. өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтары төбөндә үҫә, һирәкләп Мәләүез (Воскресенск а.) һәм Күгәрсен (Хоҙайбирҙин а.) р‑ндарында осрай. Реликт

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019