САБЫҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
490
САБЫҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 122 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 110 кеше; 1920 — 249; 1939 — 331; 1959 — 514; 1989 — 159; 2002 — 111 кеше. Мариҙар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1737 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 24 йортта 125 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: