Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҒАНЛЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл

Просмотров: 507

САҒАНЛЫ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Анновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.-Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡыҙыл й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 306 кеше; 1920 — 442; 1939 — 331; 1959 — 274; 1989 — 168; 2002 — 138; 2010 — 148 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 1759 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Шәғәле, Сиғәле, Сә(и)ғәнле, Сиғәлле исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 24 йортта 147 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019