Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДОВЫЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 497

САДОВЫЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 6 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 376; 1989 — 666; 2002 — 620; 2010 — 641 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). «“Урал аръяғы” машина- технология станцияһы» ДУАХП‑ның Хәйбулла филиалы эшләй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1934 й. МТС ойошторолоуға бәйле Хәйбулла МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019