Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 596

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 357 кеше; 1920 — 450; 1939 — 509; 1959 — 372; 1989 — 253; 2002 — 272; 2010 — 260 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1717 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1745 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мариҙарҙың яңы төркөмө килеп ултыра. 1795 й. 11 йортта 102 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 204 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. Р.А.Баталова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019