Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛҒЫЯ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 373

САЛҒЫЯ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Салғыя а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 66 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 141 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1910 кеше; 1939 — 1292; 1959 — 1217; 1989 — 897; 2002 — 940; 2010 — 871 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Ярославка а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019