Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛҠАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 355

САЛҠАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Салҡаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 106 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1978 кеше; 1920 — 2287; 1939 — 2530; 1959 — 1806; 1989 — 1073; 2002 — 922; 2010 — 754 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Салҡаҡ урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1732 й. алып билдәле. 1783 й. һәм 1794 й. араһында бында керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1865 й. 160 йортта 952 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү, тәгәрмәс яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 һыу тирмәне, 6 бакалея кибете, 3 мөгәзәй, земство станцияһы, тимерлек теркәлгән; шөғөлдәр араһында сана табандары һәм дуға яһау билдәләнгән. Р.Ә.Ниғмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019