Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛМАЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 382

САЛМАЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Салмалы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1003 кеше; 1920 — 1050; 1939 — 832; 1959 — 572; 1989 — 514; 2002 — 591; 2010 — 563 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). С. — “Агро- Марс” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1692 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр килеп ултыра). 1730 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар килеп төпләнә. 1795 й. 25 йортта 190 кеше йәшәгән, 1865 й. 114 йортта — 659 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019