Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САМАРИН, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 336

САМАРИН, Благовар р‑нындағы ауыл, Благовар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта Ҡармалы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 603 кеше; 1920 – 522; 1939 – 496; 1959 – 198; 1989 – 217; 2002 – 276 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Благовар” совхозы ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә 1783 й. купчий ҡағыҙы б‑са секунд-майор О.А.Тевкелевтың ҡатынынан һатып алынған ерҙәрҙә П.Ф.Квашнин‑Самариндың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, тип фаразлана. Һуңынаҡ алпауыт Языков һәм граф Толстойҙарҙыҡы булған. Шулай уҡ Сводов исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 75 йортта 568 кеше йәшәгән. Игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. шарап кибете теркәлгән. 60‑сы йй. ауылға 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Самарин‑Михайловка, Яңы Ивановка аа. ҡушылған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019