Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САНЖАРОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

САНЖАРОВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Кәкрекүл (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 449 кеше; 1959 – 207; 1989 – 172; 2002 – 149 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй. Халҡы “Салауат ис. агрохужалыҡ” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Червона калина” украин халыҡ фольклор ансамбле) бар.

Ауылға 1889 й. Өфө өйәҙендә Полтава губ. Санжаровка а. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1925 й. 55 йорт теркәлгән.

Р.И.Йәнғуразов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019