Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САПЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 316

САПЫҠ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта 3‑сө Күкрәй й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 124 кеше; 1920 – 298; 1939 – 259; 1959 – 308; 1989 – 172; 2002 – 182 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Ергән МТС‑ы” ААЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улдары Ишбулат, Ибраһим, Хәсән, Әбделнасир Сапыҡовтар билдәле. 1795 й. 13 йортта 90 кеше йәшәгән, 1866 й. 44 йортта – 177 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019